0%

Һигеҙенсе март(шиғыр). Ғариф Ғүмәр

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һигеҙенсе март ( шиғыр )
автор Ғариф Ғүмәр
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һигеҙенсе март


 Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы —
 Һигеҙенсе март бөгөн.
 Байрам булғас, бигерәк йәмле,
 Барыбыҙ ҙа шат бөгөн.
 Йырҙар йырлап, бейей-бейей,
 Түңәрәктә уйнайбыҙ.
 Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,
 Уларҙы беҙ ҙурлайбыҙ.
 


1988 йыл